Уҙған 10 көн эсендә мәкерле сир 90 кешенең ғүмерен ҡыйған, уҙған тәүлектә коронавирустан йәнә 13 үлем осрағы теркәлгән. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының көндәлек рәсми статистикаһында билдәләнгән. Һуңғы 24 сәғәттә ауырыуҙың 200-ҙән ашыу яңы осрағы асыҡланған. Хәүефле сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм күрһәткесе 124 меңде ашып киткән.
Стационарҙарҙа әле 77 пациент дауалана, уларҙың 17-һе ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 1 кеше.
Байрамға бәйле вакциналау бер аҙға әкренәйгән. Һуңғы тәүлектә прививканы 3 меңгә яҡын кеше эшләткән, 2 миллиондан ашыуы вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакциналарға тейешле халыҡтың яҡынса 84 проценты. Башҡортостанға барлығы 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.




