Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында һанлы медицина институты асылды

 3 меңгә яҡын квадрат метрҙы биләгән  объект уҡыу адиторияларын, лекция залдарын, лабораторияларҙы үҙ эсенән ала һәм тармаҡтағы айти проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу һәм эшкәртеү буйынса махсулашҡан  төп үҙәк булып тора. Һанлы медицина институтын асыу тантанаһында Республика башлығы белдереүенсә, был учреждение тотош һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Заманса үҙәктең мөмкинлектәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

Һүҙ нәҫелдән килгән сирҙәрҙе асыҡлау, кешенең ниндәй аурыуҙарға бирешеүсәнлеген билдәләү тураһында бара. Был тикшереү алымын бигерәк тә йөклө ҡатындаға ҡарата ҡулланыу һөҙөмтәле, сөнки әсә ҡарында уҡ сабыйҙың сәләмәтлек кимәлен тикшерергә, ҡурҡыныс диагноздар асыҡланғанда йөклөлөктө өҙөргә мөмкин.

Был тикшереүҙәр электән уҙғарыла, әммә хәҙерге алымдар әсә һәм сабый сәләмәтлегенә зыян килтермәүе менән айырылып тора. Бөгөн асылған һанлы медицина институты заманса технологияларҙы үҙәкләштереү йәһәтенән тағы ла яңы мөмкинлектәр аса. Учреждениены асыу тантнаһында Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡорт дәүләт медицина университеты иң йылдам үҫешкән уҡыу йорттарының береһе, әле бында 11 меңдән ашыу студент белем ала.

Һанлы медицина институты 3 мең квадрат метрға яҡын майҙанды биләй. Бында белем алыу, фәнни асыштар яһау өсөн заманса шарттар ҡаралған. 

Республика башлығы уҡыу йортона сәфәр барышында студенттар һәм медицина кластарында белем алған мәктәп уҡыусылары менән дә осрашты. Йәштәр фекеренсә, Башҡорт дәүләт медицина университеты төплө белем биреүе менән айырлып тора, шуға күрә бында конкурс һәр саҡ юғары. Мәҫәлән, Гөлназ Ишемғужина Берҙәм дәүләт имтиханын рус теле һәм химия буйынса 100 баллға биргән.

Радий Хәбиров белдереүенсә, киләсәктә уҡыу йортоноң базаһында офтальмология кластеры асыу ҙа күҙаллана. Сөнки вузда төрлө яҡлап үҫешеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. 

Яңы һанлы медицина институты заманса технологяиларҙы үҙләштереүсе, төрлө ил ғалимдарын берләштереүсе  фәнни асыштар үҙәгенә әүерелер тип көтөлә.  Киләсәктә уҡыу йортонда Евразия фән-мәғариф үҙәге төҙөү нигеҙендә университет  кампусы булдырыу ҙа ҡаралған. 

Фото №1 - Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында һанлы медицина институты асылды

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ