10 ғинуарҙан Рәсәйҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен даими боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында законға тейешле төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урынлаштырылған.
Бер нисә тапҡыр ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан йәки рөхсәт ителгән тиҙлекте 60 километрға арттырған өсөн 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Бынан тыш, 300 меңдән 500 мең һумғаса аҡсалата штраф, йә 3 йылға эш хаҡын тулыһынса тотоп ҡалыу мөмкинлеге ҡаралған.
Таныҡлығы алынған водителдәрҙең документһыҙ руль артына ултырыуҙары асыҡланһа, улар 2 йылға колонияға оҙатыла.
Рафиҡ Әхмәтшин







