Асҡын районының Ҡашҡа ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. 800-ҙән ашыу халыҡ йәшәгән ауылдың киләсәге-күмәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләр. Ҡашҡаларҙың айыҡ тормошон БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Балыҡсы ырыуының Ҡашҡа ауылына Cүребай һәм Байғоштоң улы Ҡашҡа 1640 -сы йылда нигеҙ ҡора. Хоҙур тәбиғәт ҡосағын төйәк итеүселәр ағас эшкәртеү, һунарсылыҡ менән тирә-яҡта дан тотҡан. «Ҡашҡалар үҙҙәренә генә башҡалар» тигән әйтем юҡҡа ғына сыҡмаған. Бында берҙәм, эшһөйәр, баҫҡан ерендә ут уйнатыр ир-уҙамандар, ғаилә ҡотон һаҡлаусы, халыҡ кәсептәрен быуындан-быуынға тапшырыусы ағинәйҙәр ғүмер итә.
Ҡашҡа ауылында йәмәғәт ойошмалары лә әүҙем эшләй. Улар тырышлығы менән төпкөл ауылда айыҡлыҡ юлына баҫыусылар көндән-көн арта. Тәүгеләрҙән булып»Изгеләр» зыяратында хәтер ташы ҡуйыла, «Ҡашҡа -айыҡлыҡ» биләмәһе тигән темаға түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола.
Ҡатын-ҡыҙҙар шәкәрле ҡайнатмалар урынына- боронғо файҙалы татлы ризыҡ ҡаҡ ҡойоу менән шөғөлләнә. Был төбәктә алма, ҡурай еләге, ҡара миләш балан һәм ҡабаҡтан ҡаҡ ҡойоу серҙәрен олоһо-кесеһенә өйрәтә. Технология уҡытыусыһы Лүзиә Ғәлиәкбәрова менән китапханасы Зифа Ғәлимоваларҙың ҡаҡ ҡойоу буйынса оҫталыҡ дәрестәре сәләмәт йәшәү рәүешенең асыҡ өлгөһө. Ҡайнатмалар әсетеп бал ҡойоусылар был ауылда бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
Ҡашҡалар халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе бәләкәстәргә балалар баҡсаһынан уҡ өйрәтә. Матур, ҡолаҡҡа ятышлы исемдәр ҡушыуҙың бала яҙмышына ыңғай тәҫьир итеүен балаға исем ҡушыу йолаһын күрһәтеп аңлата.
Һәләтле һәм әүҙем ҡыҙҙарға был көн «Аҡбуҙат» журналына подписка бүләк ителеүе менән дә иҫтә ҡаласаҡ. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов үҫеп килеүсе йәш быуын балалар баҡсаһынан уҡ башҡорт милли рухында тәрбиәләнһен, айыҡ һәм татыу ғаиләләрҙә бәхетле йәшәһен өсөн социаль программаларҙы әүҙем тормошҡа ашыра.
Ҡашҡа ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең булмышы, тормошҡа айыҡ ҡарашы, спортта әүҙемлеге менән йәштәргә өлгө күрһәтә. Беҙ булдырабыҙ, беҙ һәр ваҡыт хәрәкәттәбеҙ, ә хәрәкәттә-бәрәкәт, ти улар.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Ҡашҡа ауылында ойошторолған сарала халыҡ тап ошо ерлектә таралған спорт уйындары, утын әҙерләү кеүек айрым кәсептәрҙе күрһәтеүҙә
таһыллыҡта көс һынашты. Сараға килгән яҡташтарына үҙенең моңло йырҙарын Башҡортостандың аткаҙанған артисы Марат Шәйбәков бүләк итте.
Гүзәл Борханова








