Йүгереү саҡырыуын ҡабул иткән һәр кеше өсөн хәйриә фондына – 365 һум

Өфөнән Айҙар Закиров Ағиҙел йылғаһы ярында сәләмәт тормош яҡлыларҙы йыйып, йыл дауамындағы марафонына йомғаҡ яһаны. Үҙен дисциплина атаһы тип исемләгән яҡташыбыҙ менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина  аралашты.

Ун туғыҙ градус һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, иртә менән Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярында иллегә яҡын кеше  физик күнекмәләр яһап, йүгерергә йыйылды. Йәштәр социаль селтәрҙәр аша Айҙар Закировтың саҡырыуын ҡабул иткән. Егет теүәл бер йыл элек үҙенә көн һайын алтыла уянып, спорт менән шөғөлләнергә һүҙ биргән. Һөҙөмтәлә йүгереүҙә күрһәткән көслө дисциплинаһы менән күптәрҙе хайран ҡалдырған.

Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Дағстан. Айҙар ҡайҙа ғына юлланмаһын, иртәнге физик күнекмәләр хаҡында онотмай. Ййыл дауамында был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҡтыртып бара.  Төрлө марафондар ойоштора. Хәйриә йүгереү клубына ғына меңдәрсә кешене йәлеп иткән. 2022  йылда ойошторолған тәүге эстафетаға килеүселәрҙе ҡеүәтләү сараһын да уйлап таба. Һәр ҡатнашыусы өсөн 365 һум аҡсаны мәрхәмәтлеккә йүнәлтәсәк. Изге эштән спорт һөйөүселәр үҙҙәре лә ситтә ҡалмаҫҡа вәғәҙәләне. Әйткәндәй, иртәнге йүгереп ҡаршылау ғәҙәткә әйләнһен өсөн күп тә кәрәк түгел, теләк кенә булһын.

Йәштәр сатлама һыуыҡ, селлә эҫе булһа ла, йүгереүҙән баш тартмай. Алға ынтыла. Берҙәмлектә көс тигәндәй, яҡташыбыҙ Айҙар Закировтың саҡырыуын ҡабул итеүселәр армияһы көндән-көн арта. Челленджға илдең төрлө төбәктәренән ҡушылалар. Иң мөһиме: йүгереү хәйриәлеккә йүнәлтелеп, мохтаждарға аҡсалата ярҙам итеү мөмкинлектәрен киңәйтә.

Фото №1 - Йүгереү саҡырыуын ҡабул иткән һәр кеше өсөн хәйриә фондына – 365 һум

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ