Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында «Сәләмәтлек юлынан» тип исемләнгән саңғы ярышы үтте

Спорт сараһында мәктәп уҡыусыларынан тыш, өлкәндәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Тотош ғаиләләре менән старт һыҙығына баҫыусылар булды. Еңеүселәр төрлө йәш категорияһы буйынса билдәләнде.

Әйткәндәй, ярыш Фаил Фәрих улы Ғәлиевтың яҡты иҫтәлегенә арналғайны. Ауылдаштары, туғандары уны тәжрибәле остаз, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ хәтергә ала. Ул оҙаҡ йылдар Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге Әбеш урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән.

Фото №1 - Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында «Сәләмәтлек юлынан» тип исемләнгән саңғы ярышы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ