Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары, Краснокама, Ауырғазы, Благовар, Тәтешле, Баймаҡ, Шишмә, Әбйәлил, Туймазы, Бәләбәй, Дүртөйлө, Салауат райондарында ут сыҡҡан. Ғинуарҙың тәүге 10 көнөндә республикала янғында 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
Былтыр республикала 12 мең самаһы янғын теркәлгән, 272 кешенең, шул иҫәптән 14 баланың, ғүмере өҙөлгән. 230-ҙан ашыу кеше йәрәхәтләнгән.







