Уҙған йылда Республика менән идара итеү үҙәгенә йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙбармаҡтарҙан таҙартыуҙы һорап 80-гә яҡын мөрәжәғәт килгән. Проблемалар тиҙ арала хәл ителгән. “Инцидент-менеджмент” системаһында быйыл да ошоға оҡшаш мөрәжәғәттәр теркәлә. Йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан, боҙбармаҡтарҙан таҙарттырыу өсөн идара итеүсе компанияға яҙырға кәрәк, рәсми сайт аша ла ғариза ҡалдырырға була. Өфөлә йәшәүселәр ufacity.info/sneg интерактив картаһы аша ғариза яҙа ала.




