«Хәтирә» ансамбле милли йолаларҙы тергеҙеү йүнәлешендә эшләй

Ҡарамалы мәҙәниәт йортонда байрамдар халҡыбыҙ йырҙары, бейеүҙәре менән үтә. Милли биҙәүестәр әҙерләү буйынса түңәрәк ойошторолған. Китапханасы Фәғилә Зәйнулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, милли биҙәүестәр эшләү серенә өйрәнгән. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә уларҙың төрлөһөн яһай, стилләштерелгәндәре лә бар. Хәҙер үҙе оҫталыҡ дәресе үткәрә.

Милли биҙәүестәрҙе ул Ҡарамалы ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Хәтирә» башҡорт халыҡ фольклор коллективы өсөн яһай. Бәләкәй селтәрҙәр милли ҡурсаҡтар эшләүсе Эльвира Ҡәйүмованың ижад емештәре. Йәш быуынды сит ил ҡурсаҡтары менән түгел, үҙебеҙҙең рухи ҡимәттәр ярҙамында үҫтереү мөһим, ти үҙе лә кескәй ҡыҙ тәрбиәләүсе ханым. Ҡурсаҡтарҙы ул социаль селтәр аша һатыуға ла сығара.

Бәйләнгәндәре иһә Наилә Камалетдинованыҡы. Күргәҙмәләр һәм күңел өсөн бәйләнгән уйынсыҡтар ҙа милли биҙәүестәр менән.

Ошондай оҫта ҡуллы һәм таланттарҙы берләштергән «Хәтирә» хәтер яңыртыу йүнәлешендә эшләй. Боронғо йолаларҙы тергеҙеп байрамдар ойоштора. Ансамблгә йөрөүсе Рәфилә Шәрәфетдинова былтыр «Байыҡ» телевизион конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булған.

Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлгән мәҙәниәт йорто сәхнәһе бер көнгә лә тынмай. Ижади төркөм киләһе байрамға кейеҙ баҫыу бейеүен әҙерләй.

Фото №1 - «Хәтирә» ансамбле милли йолаларҙы тергеҙеү йүнәлешендә эшләй

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ