«Аҡһаҡалыбыҙҙы башҡорт халҡының рухи терәге тиҙәр. Ул яҙмаларының һәр юлына йөрәк йылыһын ҡуша, ысын күңелдән яҙа. Бөтә әҫәрҙәре тыуған еренә һәм туған теленә оло һөйөү менән һуғарылған», – тип билдәләгән социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
«Рәшит Закир улы «Башҡортостан» энциклопедияһына нигеҙ һала һәм проектты уңышлы тормошҡа ашыра. Ул – тәүге һөнәре буйынса нефтсе. Октябрьский нефть техникумын тамамлағандан һуң, ошо тармаҡта эшләй. Бөгөн иһә уның тормошонда яңы баҫҡыс. Буш ваҡыттарын ейәндәре менән үткәрә, уларға гүзәл Башҡортостан тураһында һөйләй».
Республика башлығы Рәшит Шәкүрҙе юбилейы менән тәбрикләгән. Уға сәләмәтлек теләгән һәм Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм фәне үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн рәхмәт белдергән.




