Баш ҡалала 4 көн дауамында төрлө байрам тамашалары ойошторолдо. Яңы йыл каникулында район һәм ҡалаларҙа 41 меңдән ашыу мәҙәни сара уҙғарылған. Унда 200 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе.
Яңы йыл байрамы ваҡытында Спорт һәм сәләмәтлек декадаһы ла ойошторолдо. Был көндәрҙә 1 мең 120 физкультура һәм күңел сараһы үткәрелгән. Спорт фестивалдәрендә 525 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.







