Благовещен ҡалаһында "КВАДРО" заводы эш башланы. Унда төҙөлөш өсөн йылытыу кәрәк-яраҡтары етештерелә. Предприятиены асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан йылдам үҫеш биләмәләренә йәлеп ителгән инвесторҙар һаны буйынса ил төбәктәре араһында икенсе урында тора. 5 миллиард ярым һум йәлеп ителгән, 3 мең 600 эш урыны булдырылған. Бөгөн улар рәтенә "КВАДРО" предприятиеһының 100 хеҙмәткәре ҡушылды, тине Радий Хәбиров.







