Оҙаҡ йылдар Өфөнөң Совет районы судын етәкләгән шәхес хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәренә кәңәштәр менән ярҙам итә, ветерандар ойошмаһында әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ихлас йылмайған, балаларса асыҡ күңелле Азат Муллануровтың билдәле судья булыуына ышанып та булмай. Әммә тап кешелекле сифаттары уны һөнәри тармаҡта юғары үрҙәргә күтәргән. 4 тиҫтә йылға яҡын суд системаһында эшләгән белгес меңәрләгән енәйәт эшен тикшереп ғәҙел ҡарар сығарған.
Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән суд рәйесе эштән ҡайтҡас та кистәрен эш документтары артында үткәргән. Азат Муллануровтың вазифаһы яуаплылыҡ һәм иғтибар талап итә - уның эшенән кешеләрҙең артабанғы тормошо хәл ителә.
Яңауыл районы Максимовка ауылында тыуып үҫкән Азат Зәки улы күп йылдар дауамында Өфөнөң Совет районы суды рәйесе булып эшләгән. Хеҙмәттәштәре уны яҡын остаз, кәңәшсе, ярҙамсы булараҡ белә. Коллегалары өсөн Азат Муллануров һөнәри күҙлектән өлгө булып тора.
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Азат Муллануров республика судьяларының почетлы исемлегенә индерелгән. Башҡортостан кимәлендәге наградаларҙан тыш, ул Рәсәй суд системаһы ветерандары почет грамотаһы менән бүләкәләнгән. 70 йәшлек юбилейын билдәләгән шәхес хаҡлы ялда булһа ла һөнәре менән ҡайнап йәшәй – йәш белгестәргә ярҙам итеп, тәжрибә уртаҡлаша.
Флорида Ким








