Табиптар "омикрон" хәүефе тураһында белдерә

Гамалея исемендәге вирусология үҙәге белгесе коронавирустың бишенсе тулҡыны яҡынлашыуын фаразлай. Рәсәйҙә ул ғинуар аҙағы февраль башына тура килеүе ихтимал. Был турала медицина фәндәре докторы, вирусолог Анатолий Альштейн үҙәк мәғлүмәт сараларына биргән интервьюһында белдерә. Америка Ҡушма Штаттары һәм Бөйөк Британияла ул әле үк күҙәтелә. Халыҡ араһында "омикрон" штамы тарала. Хәүефле сир Көнбайыш Европаның башҡа күп кенә илдәрендә лә күҙәтелә, ауырыусылар арта башланы. Тикшереү барышында  башлыса "омикрон" асыҡлана, тип белдергән белгес. "Омикрон" да үлем осрағы аҙыраҡ теркәлә. Шулай ҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең әҙер булыуы мөһим. Сирлеләрҙең күбәйеүе медицинаға көсөргәнешлекте арттырасаҡ, тигән Анатолий Альштейн.  Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов ошоларҙы белдерҙе. 

Табиптар "омикрон" хәүефе тураһында белдерә
Фото №1 - Табиптар "омикрон" хәүефе тураһында  белдерә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ