Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа яҙғы сессия башланды

Сираттағы парламент миҙгеленә спикер Константин Толкачев етәкселегендә үткән кәңәшмәлә старт бирелде. Унда эш һөҙөмтәләре барланды, яңы бурыстар ҡуйылды. 7-се саҡырылыш Думаның эш һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай башланғысы менән 13 федераль закон ҡабул ителгән. Был - ил төбәктәре араһында иң яҡшы  күрһәткес, тип белдерелде кәңәшмәлә. Бөгөн Республика парламенты комитеттары ултырыштары башланды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың быйылғы тәүге  пленар ултырышы 27 ғинуарға планлаштырылған.

Фото №1 - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа яҙғы сессия башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ