Бар рәсми материалдар дәүләт экология экспертизаһы тарафынан хуплау табып, Рәсәйҙең тәбиғәт министрлығына ебәрелгән. Бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында коллегия ултырышы үтте. Унда 2017 йылға йомғаҡ яһап, бурыстар билдәләнде.
Былтыр Экология йылы уңайынан төбәктә 12 меңдән ашыу сара үткән. Шуларҙың береһе Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу акцияһы. Уның сиктәрендә республикала 110 мең төп ағас үҫентеһе ултыртылған. Йылға буйҙарын таҙартыу йәһәтенән ойошторолған акция һөҙөмтәһендә Башҡортостан Рәсәйҙә дүртенсе баҫҡыста.
Шулай уҡ былтыр Ғафури районында "Еҙем" тәбиғәт паркын булдырыу мәсьәләһе лә ҙур хуплау тапты. Яңы статус Ғафури районының хозур тәбиғәт мөйөшө үҫешенә булышлыҡ итер тип көтөлә. Ни тиһәң дә, Еҙем йылғаһы буйлап һалда ағыу, ундағы мәмерйәләр туристарҙы күпләп йәлеп итә. Тәбиғәт паркы Ғафури районы инфраструктураһын үҫтереүгә, туристар һанын арттырыуға этәргес бирәсәк.





