Гамалея исемендәге вирусология үҙәге белгесе коронавирустың 5 тулҡыны яҡынлашыуын фаразланы

Рәсәйҙә ул ғинуар аҙағы февраль башына тура килеүе ихтимал. Был турала медицина фәндәре докторы, вирусолог Анатолий Альштейн үҙәк мәғлүмәт сараларына биргән интервьюһында белдерҙе. Ҡушма Штаттар һәм Бөйөк Британияла ул әле үк күҙәтелә, халыҡ араһында «омикрон» штаммы тарала.

Хәүефле сир Көнбайыш Европаның башҡа күп кенә илдәрендә лә күҙәтелә, ауырыусылар һаны ҡырҡа арта башланы. Тикшереү барышында башлыса «омикрон» асыҡлана,- тип белдергән белгес.

Бишенсе тулҡын Рәсәйгә лә килеп етәсәк, әммә уны ниндәйҙер һәләкәткә тиңләргә кәрәкмәй. «Омикрон» да үлем осраҡтары аҙыраҡ теркәлә. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә әҙер булыу мөһим. Ауырыусылар һаны ҡырҡа артыуы медицинаға көсөргәнешлекте арттырасаҡ,-тигән Анатолий Альштейн.

Фото №1 - Гамалея исемендәге вирусология үҙәге белгесе коронавирустың 5 тулҡыны яҡынлашыуын фаразланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ