Мөмкинлеге сикләнгән инвалидҡа аҙыҡ-түлек тупланмаһы

48 йәшлек Динар Бикмәтов авариянан һуң һөйләшә лә, хәрәкәтләнә лә алмай. 

Эшкә яраҡһыҙ ирҙе уның өлкән йәштәге ата-әсәһе баға. Әсәһе әйтеүенсә, дауалау өсөн дарыуҙарға ҙур сумма аҡса тотонола. Бикмәтовтар ғаиләһенә аҙыҡ-түлек тупланмаһын килтерергә автоирекмән Евгений Коровин ярҙам ҡулы һуҙған. Евгений Өфө икмәк бешереү заводында эшләй һәм буш ваҡытында мохтаждарға ярҙамға ашыға. «Беҙҙең хәстәрлек» үҙәге менән декабрҙән алып хеҙмәттәшлек итә.

«Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр үҙәге былтыр марттан алып эшләй. Әүҙем ирекмәндәр пандемия башланғас та өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек тупланмаһы һәм дарыуҙар алып килә, вакцинациялау пункттарына барырға ярҙам итә. Ниндәй ҙә булһа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр экрандағы колл-үҙәк телефонына шылтырата ала.

8-800-201-89-03

Фото №1 - Мөмкинлеге сикләнгән инвалидҡа аҙыҡ-түлек тупланмаһы

Гүзә Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ