Республика парламенты яҙғы сессияға әҙерләнә

Көҙгө сессияла ҡаралған 109 ҡануни проекттың 76-һы закон статусын алған. Республика парламентынан 3 федераль закон проекты Дәүләт Думаһына, бер проект Рәсәй закондар советына йүнәлтелгән.

Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылышы эшмәкәрлеге буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы төбәк парламенттары араһында закондар сығарыу башланғыстары буйынса беренсе урында. Башҡортостан депутаттары тәҡдим итеүе буйынса 13 федераль закон үҙ көсөнә ингән.

Пандемия шарттарында йәшәйбеҙ, шуға парламент повесткаһында һәр  ваҡыт медицина, һаулыҡ һаҡлау темаһы буласаҡ. Инвестиция сәйәсәте, урындағы үҙидаралыҡтар һәм башҡа тармаҡтар буйынса комитеттар ҡанундарға үҙгәрештәр индереү буйынса программалар ҡарай. Яҙғы сессияның беренсе пленар ултырышы 27 ғинуарға тәғәйенләнгән.  

Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе  

Рәсәй төбәктәрендә 2023 йылға тиклем Конституция суды институты бөтөрөлөп, уның урынына Конституция советтары ойошторола. Республика парламентында тейешле законға  төҙәтмәләр әҙерләнә. Дөйөм алғанда, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа яҙғы сессияла 50-нән ашыу ҡануни проектты раҫлау планы бар.

Фото №1 - Республика парламенты яҙғы сессияға әҙерләнә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ