Рәшит Шәкүргә – 85! Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфөнөң Почетлы гражданины, филология фәндәре докторы Рәшит Закир улы Шәкүров – Рәшит Шәкүр күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайында тантаналы сара үтте. Олуғ шәхесебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән төрлө йылдарҙа йәмәғәт ойошмаһында эшләгән замандаштарыбыҙ тәбрикләне. Ҡотлау һүҙҙәре социаль селтәрҙәр аша ла еткерелде.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, хөрмәтле милләтәшебеҙ Рәшит Шәкүрҙең юбилейы уңыйынан уҙған тантананың Башҡортостан гимны менән башланыуы осраҡлы түгел. Сөнки уның һүҙҙәренең авторҙары бөгөнгө юбиляр менән Рауил Бикбаев. Рәшит Закир улын юҡҡа ғына башҡорт халҡының рухи бағанаһы тип атамайҙар. Сөнки ғалим һәм әҙиптең һәр әҫәре лә тыуған ергә һәм туған теленә эскерһеҙ һөйөү менән һуғарылған.
Рәшит Шәкүр – бик күп әҙәби йыйынтыҡтар һәм ғилми хеҙмәттәр авторы. Тап тәүге белеме нигеҙендә ул тәүҙә геология өлкәһенә, һуңынан география, тарих һәм туған тел мәсьәләләренә иғтибар итә. Көньяҡ Уралдың ер-һыу атамаларын ныҡлап өйрәнә.
Милләтебеҙ аҡһаҡалын бөгөн социаль селтәр аша Башҡортостан Башылғы Радий Хәбиров та тәбрикләне. Ҡотлау һүҙендә төбәк етәксеһе Рәшит Шәкүргә Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм фәне үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн рәхмәт белдергән.
Азат Ғәлиуллин




