Проектта былтыр ҡатнашҡан ауыл советы биләмәләренең барыһы ла мөһим социаль әһәмиәтле объекттарҙы бергәләп төҙөкләндереүгә ирешкән.
Ғәҙәттә, төҙөкләндерелергә тейешле объекттар дөйөм халыҡ йыйылышында билдәләнә һәм проект конкурс аша һайлап алына. Проектты тормошҡа ашырыуға халыҡтан йыйылған аҡса менән бергә дәүләттән өҫтәмә финанс ярҙамы йүнәлтелә.








