Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 200-ҙән ашыу кеше йәнә коронавирус йоҡторған

Пандемия башланған көндән дөйөм күрһәткес әкренләп 125 меңгә яҡынлай. Бөгөнгә стационарҙарҙа 84 пациент, уларҙың 20-һе ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында ҡалыусылар юҡ. 11 яңы үлем осрағы теркәлгән. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны 4 мең ярымды артып китте.

Һуңғы тәүлектә 15 меңдән ашыу кеше прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы  2 миллиондан ашыу замандашыбыҙ тулыһынса тамамлаған. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививкаланырға тейешле халыҡтың яҡынса 84 проценты тигән һүҙ. Башҡортостанға барлығы 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 200-ҙән ашыу кеше йәнә коронавирус йоҡторған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ