Благовещен районының йылдам үҫеш биләмәһендә йылытыу маттары етештереүсе яңы завод эш башланы. «Квадро» предприятиеһы быға тиклем уңышлы эшләп килгән «Ағиҙел» компанияһының бер тармағы. Ә уны инде Рәсәй халҡы «Басвул» йылытыу маттары етештереүсе булараҡ белә. Яңы производствоның тәүге тауарын Башҡортостан башлығы ла барып күрҙе.
Йомшаҡ, йылы, сағыу төҫтәге мамыҡтың быға тиклем һалҡын таш булғанын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Меңдәрсә градус температураға еткән мейстәрҙә тау ҡатламы ла наҙлы юрғанға әйләнә. Был төргәктәр ҙә базальт тоҡмонан яһала. Шуға күрә ниндәй генә төргә әйләндерелһә лә. үҙ сифатын юғалтмай. Мамыҡ булһа ла, ул таш кеүек ҡаты, тау ҡатламындай йылы һаҡлаусан.
Нисек кенә матур күренмәһен был маттар техник тәғәйенләнешле. Улар менән һыу үткәргестәр, йылылыҡ, газ торбалаларын көйләйәсәктәр. Бындай йылытҡыстарҙың әлегәсә тотош илдә етештерелгәне юҡ. Ә яңы завод сәғәтенә генә 3 тоннаға яҡын ошондай мамыҡ төргәктәр етештерәсәк.
Квадро заводы Благовещен йылдам үҫеш биләмәһендә эш башлаған һигеҙенсе предприятие. Ә резиденттар бында тағы ла күберәк. Юҡҡа ғына Благовещен республикалағы иң алдынғы социаль һәм иҡтисади үҫеш биләмәһе түгел.
Яҡын арала Благовещен районының үҫеш потенциалы тағы ла артасаҡ. Урында уҡ уҙғарылған «Сәнәғәт сәғәтендә» биләмәне артабан да камиллаштырыу юлдары барланды. Һөҙөмтә булараҡ аныҡ ҡарарҙар ҙа ҡабул ителде. Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһын йөк транспортынан азат итеү өсөн тура юл һалырға ҡушты. Элегерәк бында юл булған, әммә бер нисә йыл инде ул ташландыҡ хәлдә. Ике саҡырымлыҡ трасса тергеҙелһә, йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары өсөн йөк ташыу шарттары, үҙ сиратында сауҙа итеү мөмкинлеге лә, күпкә еңеләйәсәк.
Айнур Кәбиров




