Радий Хәбиров Нуриман районына эш сәфәре барышында социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышып уларҙы төҙөкләндереү бурысы ҡуйҙы.
Байгилделә республика етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ришат Исмәғилев исемендәге лицей етәкселегенең киләсәккә ниәттәре менән ҡыҙыҡһынды. Белем усағы Башҡорт дәүләт аграр университеты менән хеҙмәттәшлек итә. Юғары уҡыу йорто Байгилде балаларына белем биреү технопаркы, робот техникаһы буйынса программаларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Әммә уҡытыу , йәшәтеү булмәләренең етешмәүе эште тотҡарлай.
Красный Ключ ауылында быйыл йәй үк ремонт башланасаҡ. Бында төбәк етәксеһе медицина учреждениеһын төҙөкләндерергә ҡушты. Әлеге ике ҡатлы амбулатория 1995 йылда төҙөлгән һәм ул ике мең ярымдан ашыу кешене хеҙмәтләндерә. 2018 йылда ҡыйығы алмаштырылған, әммә бина капиталь ремонт талап итә. Яңыртылған медицина учреждениеһы 7 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә аласаҡ.
Айнур Кәбиров




