Башҡортостанда мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында йыл һайын үткәрелгән «Һаулыҡ» спартакиадаһы старт алды. Спорт сараһына Иглин районы халҡы ла ҡушылды. Район үҙәгенең һауыҡтырыу комплексында үткән бәйгелә ҡатнашыусылар волейбол, шахмат, саңғы ярышы, теннис һәм йөҙөү буйынса 5 номинацияла ярыша.
Спартакиаданың тәүге көнөндә командалар волейбол һәм шахмат буйынса көс һынашты. Былтыр еңеүсе исеменә район үҙәгенең Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәбе хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булғайны. Быйылғы кубок эйәһе иртәгә, бәйге һөҙөмтәләре буйынса билдәле буласаҡ.




