Республикала “омикрон” штамын йоҡтороусылар теркәлгән

Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, вирустың яңы төрө өс кешелә асыҡланған. Улар Танзания һәм Төркиәнән килгән самолет пассажирҙары. “Омикрон” штамын йоҡтороусылар дауаханаға оҙатылған. Вирус йөрөтөүселәр менән бергә булған пассажирҙар, шулай уҡ экипаж һәм уларҙың ғаилә ағзалары изоляцияла. Сирлеләрҙе табиптар күҙәтә һәм көн һайын коронавирусҡа анализ ала. Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов белдереүенсә, омикрон штамын йоҡтороусылар артҡан осраҡта, амбулатор звеноға көсөргәнешлек төшәсәк. Коронавирустан һаҡланыуҙың иң ышаныслы юлы – вакцина яһатыу, тине ул.

Республикала “омикрон” штамын йоҡтороусылар теркәлгән

"Омикрон" штамы Рәсәйҙең 10-дан ашыу төбәгендә асыҡланған.

Фото №1 - Республикала “омикрон” штамын йоҡтороусылар теркәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ