Республикала вакциналау планы үтәлешен асыҡлау маҡсатында 300-ҙән ашыу тикшереү уҙған. Мәҙәниәт усаҡтары, спорт үҙәктәре, сауҙа нөктәләре һәм транспортта санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгесе Марат Бәҙретдинов.
Сауҙа үҙәктәренә ингән урында күҙәтеүселәр булырға тейеш. “Оҙайлы ялдан һуң, һатып алыусылар әллә ни күп түгел. Беҙ барыһын да тикшереп индерәбеҙ”, - ти Өфөләге сауҙа үҙәктәренең береһендә һаҡ сменаһы етәксеһе Салауат Моратов.
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ведомстволар һәм хакимиәттәргә санитар-эпидемиологк талаптар үтәлешен тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты.







