Башҡортостанда йәмәғәт транспортында битлек тәртибен үтәмәгән өсөн 200-ҙән ашыу протокол төҙөлгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре даими рейдтар уҙғара. Өфөлә һәм республика район-ҡалаларында 360 берәмек транспорт тикшерелгән. Битлек тәртибен үтәмәгән өсөн 113 протокол судҡа ебәрелгән. “Юғары әҙерлек” режимы шарттарында йәмәғәт транспортында санитар-эпидемиологик талаптарҙы инҡар иткән граждандарға 3 мең һумғаса штраф һалына.




