Һаулыҡ һаҡлау министрлығының көндәлек ковид-статистикаһына килгәндә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йәнә 200 кешелә асыҡланған. Дөйөм күрһәткес әкренләп 125 меңгә яҡынлай.
Стационарҙарҙа бөгөнгә 118 пациент, уларҙың 43 ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына эләгеүселәр юҡ. 10 яңы үлем осрағы теркәлгән. Коронавирус ҡорбандарының дөйөм исемлеге 4 мең ярымдан ашып китте.
Һуңғы тәүлектә 17 мең ярым самаһы кеше прививка эшләткән. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар 2 миллион 100 меңгә етеп бара. Башҡортостанға 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.




