Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың барыһы ла ситтән индерелгән. Яңы төр коронавирус Өфө аэропортында, Танзания һәм Төркиәнән ялдан ҡайтҡан замандаштырбыҙҙа асыҡланған.
Әле «омикрон» йоҡтороусылар стационарҙа, улар менән бәйләнештә булғандар табип күҙәтеүендә. Белгестәр фекеренсә, «омикрон» ды сирлеләр ғәҙәти коронавирустан еңелерәк үткәрә. Шул уҡ ваҡытта яңы штамм тиҙерәк тарала. Ауырыу көсәйгән хәлдә һаулыҡ һаҡлау системаһына көсөргәнешлек бермә-бер артасаҡ тип фаразлана.
Шуға ла санитар-эпидемиология талаптарын теүәл үтәү мөһим. Табиптар ауырыуҙан һаҡланыу өсөн вакцина ҡаҙатырға тәҡдим итә. «Омикрон» Рәсәйҙең 13 төбәгендә асыҡланыуы ла билдәле.




