Уҡырға түгел. Хатта, уҡытырға ла. Муниципалитет етәкселәре Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мәктәптәрҙең балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерлеген тикшерә. Республика етәксеһе каникул тамамланыуға барлыҡ мәғариф учреждениелары ла коронавирусҡа ҡаршы хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен тағы бер барларға тейеш ине.
Район башлыҡтарын был эште шәхсән күҙәтеүгә алырға ла ҡушты. Баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте башлығының мәктәпкә барыуын БЮТ каналы хәбәрселәре оҙатты.
Пандемияға тиклем бындай стрелкалар тәү тапҡыр мәктәпкә барғандар өсөн генә тәғәйенләнһә, хәҙер өлкән синыфтарҙа уҡығандар ҙа векторҙар буйлап ҡына хәрәкәт итә. Тәрбиә маҡсатында түгел, ә хәүефһеҙлек һаҡлау ниәте менән. Бишенселәр һәм етенселәр бер йүнәлештә, ә һигеҙ, туғыҙҙар бөтөнләй икенсе яҡҡа. Контакт мөмкин тиклем кәмерәк булһын. Хатта, ишектәр ҙә хәҙер бер нисәү.
Пионерҙар заманында балаларҙың бөхтәлеген, шәхси гигиена үтәлешен дежурныйҙар тикшерһә, хәҙер инде һәр бала үҙе өсөн яуаплы. Дистанция тотоу, әйләнгән һайын антисептик ҡулланыу, битлек кейеү баланың ҡанында булырға тейеш. Заман шулай ҡуша. Кластағы тәртипкә лә пандемия үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.
Өлкәндәрҙең хәүефләнеүе юҡҡа түгел. Сөнки яңы барлыҡҡа килгән омикрон штаммы тап балалар араһында тиҙ тарала, ти белгестәр. Уҡытыусылар сирҙең мәктәптәрҙә ҡотороуын сикләү өсөн әле үк хәстәрлек күрә.
Иң мөһиме: бындай талаптар исем өсөн генә булмауы шарт. Ул сағында балалар алфавитты альфа, бетта, дельта, омикрон тип грекса түгел, ә саф башҡорт әлифбаһы ярҙамында өйрәнәсәгенә өмөт тыуа.
Айнур Кәбиров




