Конкурсҡа әҙерлек сиктәрендә урында ҡышҡы уйындар үтте.
Нөркәй Балтас районындағы тарихи ауылдарҙың береһе, әле урында 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ерле халыҡ был конкурста күптән ҡатнашырға теләй. Сөнки Нөркәйҙә берҙәм, эшһөйәр, дәртле халыҡ төпләнгән. Уларҙың район буйынса ла, республика кимәлендә лә күрһәтерлек ҡаҙаныштары бихисап.
Урында мәҙәни саралар ҙа, спорт ярыштары ла гөрләп уҙа. Халыҡ етеш, мул тормошта йшәй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә, мал-тыуар тотоусылар ҙа, баҡса үҫтереүселәр ҙә байтаҡ. Ҡыш иһә ауыл кешеһе өсөн һиллек миҙгеле, шуға күрә халыҡтың ҡышҡы уйындарҙа ҙур теләк менән, дәррәү ҡатнашыуы тәбиғи. Сара төрлө конкурстарға ла, сәмле ярыштарға ла бай булды.







