Йәки декабрь аҙағында ғына Өфө буйлап ебәрелгән яңы маршрут автобустарына туҡталыш майҙаны юҡ. Автобустар юл ситендә туҡтап торорға мәжбүр, ә Дим биҫтәһендә йәшәүселәр быға ризаһыҙлыҡ белдерә.
Был видеояҙманы беҙгә Дим биҫтәһендә йәшәүселәр ебәрҙе. Улар 258-се маршрут буйынса йөрөгән автобустарҙың юлда туҡтап транспорт хәрәкәтенә ҡамасаулауына зарлана. «Көмөш шишмә» рейста һуңғы туҡталыш. Автобустарға юл ситендә байтаҡ ваҡыт торорға тура килә.
258 -се маршрут былтыр 29 декабрҙә йөрөй башланы. Ул Дим биҫтәһе менән Инорсты тоташтыра. «Көмөш шишмә» туҡталҡаһынан Инорсҡаса ул Менделлев урамы, Спорт туҡталышы, Октябрь проспекты, Черниковка буйлап бөтәһе 45 саҡырым юл үтә. Әле линияла 25 автобус, тағы унау сығасаҡ.
Яңы маршрут автобусы халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса ебәрелгән. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығынан әйтеүҙәренсә, юлда туҡталып торған автобустар бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙмай.
Дим биҫтәһендә маршрут автобустары өсөн парковка урыны бар. Әммә туҡталҡа юлдан ҡалҡыуыраҡ урынлашҡан һәм күпләп ҡар яуыу сәбәпле, түбән иҙәнле, оҙон транспорт унда менә алмай. Идаралыҡтан белдереүҙәренсә маршрут автобустары өсөн һуңғы туҡталышта махсус майҙан булдырыу мәсьәләһе әле баш ҡалала тулыһынса хәл ителмәгән.
Рәмилә Исмәғилева




