Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы яңы төр КОИБ-тарҙы презентацияланы

2017 йылғы һайлау өлгөһө элеккеләренә ҡарағанда күпкә камиллаштырылған. Уның һаҡланыу, бюллетендәрҙе иҫәпләү, мәғлүмәт туплау мөмкинлектәре күпкә яҡшыраҡ.

Яңы бюллетень иҫәпләү ҡоролмаһы тулыһынса автоном комплекс. Уға хатта, электр уты өҙөлөүе лә ҡаршылыҡ түгел. Бер сәғәткә яҡын аккумуляторҙар ярҙамында эшләй ала. Был ваҡыт эсендә лә ток бирелмәһә, ябай сымдар ҡулланырға мөмкин.

Ә инде электрон ҡоролма бөтөнләй эшлектән сыҡһа, уны алып ябай бюлеттендәр йәшниге рәүешендә ҡулланырға мөмкин. Шулай ҙа иң төп айырма мәғлүмәт туплау мөмкинлегендә. Яңы ҡоролма тауыш биреү һөҙөмтәләрен QR код рәүешендә баҫтырып сығара. Был иһә протоколдар иҫәпләү ваҡытын күпкә кәметәсәк.

Ҡоролманы алдап та булмай. Уның һаҡланыу саралары, быға тиклемге комплекстар менән сағыштырғанда, күпкә яҡшыраҡ. Сит бюллетендәрҙе, эшлектән сығарылғандарын ҡабул итмәй.

Башҡортостанда йәмғеһе 219 һайлау участкаһында бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары урынлаштырыласаҡ. Шул иҫәптән дүрт тиҫтәгә яҡыны 2017 йылғы өлгөләр. Уларҙың барыһы ла баш ҡалала ҡуйыласаҡ. Сөнки яңы ҡоролмалар һынау үтергә тейеш.

Электрон ҡорамалдар ҡулланыу халыҡтың сәйәси кампанияла күпләп ҡатнашыуын да тәьмин итәсәк, ти белгестәр. Бигерәк тә йәштәр өсөн КОИБ ярҙамында һайлау ҡыҙыҡлы

КОИБ-тарҙан тыш тауыш биреү урындары видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән дә йыһазландырыла. Камералар республиканың бер мең 78 һайлау участкаһында ҡуйыла. Улар 17 мартта эшләй башлап 19-да ғына трансляцияны туҡтатасаҡ.

Авторы: Айнур Кәбиров