Башҡортостандың юғары судында сит мөлкәтте урлап, үҙләштергән өсөн дөйөм режим колонияһына эләккән Елена Малышеваның апеляция ялыуы ҡаралды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Өфөлә алтын изделиелар ремонтында еңел аҡса эшләп билдәлелек алғайны.
2017-2019 йылдарҙа утыҙҙан ашыу кешенең ышанысына инеп, биҙәүестәрен кире ҡайтармай. Ломбардҡа тапшыра. Дөйөм зыян күләме миллион һумдан ашыу баһалана.
Апелляция барышында ғәйепле тип танылған ҡатын енәйәт яуаплылығының ҡаты булыуын белдереп, язаны еңелерәк статьяға үҙгәртеүҙе һораны. Әммә Өфөнөң Октябрь районы суды ҡабул иткән ҡарарға үҙгәрештәр индерелмәне. Зыян күреүселәр билдәләүенсә, мутлашыусының иркенән мәхрүм ителеүе – ғәҙел хөкөм ҡарары.
Гөлназ Хәйбуллина




