«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса зыярат кәртәһе яңыртылған

Ҡалтасы районының Үрге Ҡасмаш ауылында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса зыярат кәртәһе яңыртыласаҡ.

Был ҡарарҙы ауыл халҡы дөйөм йыйылышта ҡабул итте. Инициатив төркөм билдәләнде. Былтыр ҙа ауылда программаға ярашлы, шишмә эргәһе төҙөкләндерелгән, ағаслыҡ тергеҙелгән. Үрге Ҡасмаштар электән татыу йәшәй.

Раштыуа байрамы ваҡытында «Шорыкйол» – мари байрамы уҙа. Йола буйынса ул хужалыҡтарға ырыҫлыҡ-муллыҡ теләүгә ҡоролған. Уның сиктәрендә төрлө уйындар ойошторола, ауыл халҡы бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, милли аш-һыу менән һыйлана.

Фото №1 - «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса зыярат кәртәһе яңыртылған

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ