Хоҡуҡ тәртибе һағында – өс быуат

Бөгөн Рәсәй прокуратураһы 300 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был көндөң тарихы 1722 йылға барып тоташа. Тап ошо көндө Петр Беренсе хоҡуҡи органды булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуя. Шунан алып, прокуратура Ватан һағында ныҡлы тора, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлай.

Бөгөн Баймаҡ районының прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә профессиональ байрамын билдәләй. Юбилей айҡанлы район прокуроры Азат Кәримов ведомство ветерандары менән осрашты. Шамил Түләбаев менән Татьяна Соболева оҙаҡ йылдар прокуратура органдарында хеҙмәт итеп, йәш белгестәргә остаз булып тора.

Өс быуат дауамында прокуратура илдә хоҡуҡи тәртипте һаҡлау һәм нығытыуҙа мөһим вазифа үтәй. Хоҡуҡ һаҡлау системаһында прокурурор хеҙмәте айырыуса әһәмиәтле. Закон һағында профессионалдар торғанда, халыҡ дәүләткә нығыраҡ ышана.

Шамил Түләбаев, Рәсәй прокуратураһы ветераны

Беҙҙең хеҙмәттә – закон өҫтөнлөгө иң беренсе рәттә. Прокурорҙар эшенең сифаты һәм етеҙлеге мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Беҙҙең эш нигеҙендә ғәҙеллек принцибы ята. Байрам көнөндә Баймаҡ районы прокуратураһы ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Азат Кәримов, Баймаҡ районы прокуроры
Фото №1 - Хоҡуҡ тәртибе һағында – өс быуат
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ