Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дүрт архитектура ҡомартҡыһын һаҡлау буйынса эскиз проекттар 15 сентябрҙән дә ҡалмай әҙер булырға тейеш. Был эшкә яуаплы компания аукцион ярҙамында һайлап алына. Тарихи үҙәктә көтөлгән күләмле реставрация һәм реконструкция эштәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфөнөң тарихи үҙәгендәге ҡырҡтан ашыу йорт сиктәре билдәләнеп, дәүләт һағына алынған. Белгестәр һәр торлаҡтың өсД күсермәһен дә эшләгән. Биләмәләге күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлап ҡалыу, реставрация яһау бурысы ҡуйылған. Әлегә дүрт торлаҡтың киләсәге асыҡ, баш ҡала хакимиәте тарафынан уҙған быуаттарҙа йәшәгән билдәле сауҙагәрҙәрҙең өйҙәрен төҙөкләндереүгә эскиз проекттар әҙерләү буйынса конкурс иғлан ителгән.
Реставрация яһаласаҡ дүрт йорттоң береһе Стәрлетамаҡ сауҙагәре Афанасий Аверьяновтыҡы булған. Семәрләп биҙәлгән ағас торлаҡҡа егерменсе быуат башында нигеҙ һалынған. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр билдәләүенсә, өйҙөң техник торошо яҡшы , ул тағы ла бер нисә быуат хеҙмәт итәсәк.
Федор Чижев, Иван Шамов, Филипп Чувильдин менән Ольга Ольшевская мөлкәтендә булған ағас һәм кирбес йорттар ҙа яңырыу кисерәсәк. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көҙгә тиклем уларҙың да реставрация проекттары әҙер буласаҡ. Әйткәндәй, Октябрь революцияһы урамы элек Ҙур Ҡазан тип аталған. Сөнки тап был урындан Татарстанға юл асылған.
Оҙаҡ ваҡыт ул Өфөнөң төп урамы тип тә һанала. Тиҙҙән биләмә тарихи асылына ҡайтып, йәнә ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнәсәк. Бында Мәскәүҙәге Арбатҡа оҡшатып, йәйәүлеләр өсөн ял урыны булдырыу ҡаралған. Транспорт хәрәкәте ике һыҙатлы юлдан ғына үтәсәк. Реставрация яһалған торлаҡтар коммерция бъекттары булараҡ файҙаланыла башлай.
Проект буйынса, йәйәүлеләр өсөн ял зонаһы «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексынан башланып, «Дуҫлыҡ монументы»на тиклем һалына.
Таҙа күк эффекты булһын өсөн электр сымдарын йәшереү, инженер коммуникацияларҙы яңыртыу ҡаралған.
Тарихи объекттарға бай Октябрь революцияһы урамында күләмле төҙөкләндереү эштәре быйыл яҙ башланып, Өфөнөң 450 йыллығына тамамланыр тип көтөлә. Әйткәндәй, реконструкция яҡынса ике млрд һумға баһалана.
Гөлназ Хәйбуллина




