Ул “Рәсәй һәм донъя: өҫтөнлөктәр” тип атала. Эшлекле йыйында ҡатнашыусыларҙы ил президенты сәләмләне. Дәүләт башлығының телеграммаһы Кремль сайтында донъя күргән. “Форум Рәсәй һәм сит ил эксперттарының иғтибарын яуланы. Ул бөгөнгө социаль-иҡтисади проблемалар буйынса фекер алышыу өсөн абруйлы майҙансыҡ булып тора”, - тип билдәләй Владимир Путин. Быйыл Гайдар форумы ҡатнаш форматта үтә. Унда коронавирус шарттарында иҡсадты үҫтереү, глобаль инфляция, халыҡ-ара кооперация мәсьәләләре ҡарала. Йыйында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша.





