Радий Хәбиров: "Башҡортостанда шәхси балалар баҡсалары күберәк төҙөләсәк"

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда 50-гә яҡын балалар баҡсаһы сафҡа ингән. “Әммә был ғына аҙ. Беҙ артабан да бындай учреждениелар төҙөйәсәкбеҙ. Мәсьәләне хәл итеүҙә шәхси балалар баҡсалары ла ярҙам итә”, - тип билдәләгән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы. “2019 йылда беҙ шәхси балалар баҡсаһына сертификаттар тапшыра башланыҡ. Проектты һынау майҙансығы булараҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы һайланды. Тәжрибә сертификаттар системаһының уңышлы икәнлеген күрһәтте. Ул эшҡыуарҙар, ата-әсәләр һәм урындағы үҙидара органдары өсөн уңайлы булды. Хәҙер был алым Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында ла ҡулланыла. Сиратта - Октябрьский ҡалаһы һәм Иглин районы. “Әле ата-әсәләргә 2 мең сертификат бирелгән. Был маҡсаттан республика бюджетынан 140 миллион һумға яҡын аҡса бүленде”, тигән Радий Хәбиров.

“Сертификаттар ата-әсәләр өсөн айырыуса отошло”,  - ти Нефтекамала эшләп килгән “Малыш” шәхси балалар баҡсаһы мөдире Эльмира Шадрина.

Радий Хәбиров: "Башҡортостанда шәхси балалар баҡсалары күберәк төҙөләсәк"

Серитифакатты алыу өсөн йәшәгән урын буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башҡортостандағы балалар баҡсаһына сертификат проекты илдә иң яҡшыһы тип табылған. Рәсәй Мәғрифәт министрлығы беҙҙең республикала мәктәпкәсә белем биреү тәжрибәһен юғары баһалаған. Балалар баҡсаһына сертификат проекты ике йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, ата-әсәләр 3 йәшкәсә сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөтә ала.

Фото №1 - Радий Хәбиров: "Башҡортостанда  шәхси балалар баҡсалары  күберәк төҙөләсәк"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ