Республикала коронавирус йоҡтороусылар кәмеүгә бара

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 198  кешелә “ковид-19” инфекцияһы асыҡланған, 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле дауаханаларҙа - 131, өйҙә 4 меңдән ашыу кеше дауалана. Уларҙың күбеһе 60 йәштән өлкәндәр. Пандемия башланғандан алып, Башҡортостанда 125 меңгә яҡын кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Коронавирустан “коллектив иммунитет” 85 процентҡа етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, бер тәүлек эсендә 28 мең 600 кеше прививка ҡаҙатҡан. Кисә был һан 17 мең самаһы ине. Бөгөнгә 2 миллиондан ашыу кеше иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Вакцинаны ҡабаттан алыусылар 225 меңгә яҡынлаша. “Омикрон” штамы таралыу менән бәйле, ил президенты төбәктәрҙә вакциналау барышын тиҙләтергә ҡушты.

Фото №1 - Республикала коронавирус йоҡтороусылар кәмеүгә бара
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ