Башҡортостанда ҙур һыуҙы ҡаршылауға әҙерлек башланды

Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров етәкселегендә кәңәшмә үтте. Былтыр Башҡортостанда 300-гә яҡын торлаҡ һәм баҡса йорто, 2 меңдән ашыу биләмә һәм 40-тан ашыу юл участкаһы һыу аҫтында ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, кешеләрҙең үлем һәм имгәнеү осрағы теркәлмәгән. Үткән йылда ведомство янында Оператив штаб булдырылды. Ул быйыл да эшен дауам итә. Фәрит Ғүмәров уның төп бурыстарын атаны.

Башҡортостанда ҙур һыуҙы ҡаршылауға әҙерлек башланды

Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, ғинуар аҙағында ташҡынға ҡаршы план ҡабул итеү ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда ҙур һыуҙы ҡаршылауға әҙерлек башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ