Радий Хәбиров Гайдар форумында Башҡортостанда медицина өлкәһендәге хәлдәр менән таныштырҙы. Республика Башлығы һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһенә арналған фекер алышыу майҙансығында сығыш яһаны. Радий Хәбиров медицинаның башланғыс тармағын яңыртыу һәм кадрҙар мәсьәләһенә айырым баҫым яһаны. Поликлиника, фельдшер-акушер пункттары халыҡ өсөн иң яҡын һәм мөһим дауаланыу урыны.
Радий Хәбиров Рәсәй инновациялы төбәктәр ассоциацияһы йыйында ла ҡатнашты. Республика Башлығы Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллинға үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. Быйыл төбәктә 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Радий Хәбиров ассоциация ағзаларын 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына саҡырҙы. Рәсәй инновациялы төбәктәр ассоциацияһы 2010 йылда ойошторола. Унда 17 төбәк ингән. Башҡортостан 2012 йылдан ағза булып тора.




