Башҡортостанда коронавирус йоҡтороу осрағы кәмеүе күҙәтелә

Уҙған тәүлектә яңы инфекция диагнозы тағы ла 198 кешегә ҡуйылған. Бөгөн стационарҙарҙа 131 кеше дауалана, уларҙың 87-һе – 60 йәштән өлкәндәр. 51 пациент ауыр хәлдә, әммә ИВЛ аппаратына тоташтырылыусылар юҡ. 4 433 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 243 кеше һауығып сыҡҡан, 12 кеше вафат булған.

Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөн төбәктә вакцинацияны 2 109 594 кеше тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка эшләтеү өсөн 28 439 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороу осрағы кәмеүе күҙәтелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ