Баймаҡ районы прокуратураһының «Росприроднадзор»ҙың Көньяк-Урал төбәк-ара идаралығы менән берлектәге тикшереүҙәре барышында күп һанлы етешһеҙлектәр асыҡланған.
Был хоҡуҡ боҙоу осраҡтары буйынса предприятиеға ҡарата административ эштәр ҡуҙғатылған. Уға тиклем дә «Графское» йәмғиәтенең уңдырышлы ерҙәр ҡатламына 406 миллион һумдан ашыу зыян килтереүе билдәле булған. Күп һанлы закон боҙоу осраҡтарын иҫәпкә алып, предприятиятиеның лицензияһын тартып алыу мәсьәләһе күтәрелгән.
Әйткәндәй, республика биләмәһендә ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын ҡаҙыусы компаниялар эшмәкәрлеге күҙәтеү органдары һәм республика властарының иғтибарына беренсе тапҡыр ғына алынмай. 2021 йылдың июнендә Башҡортостан етәксеһе башланғысы менән ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолдо.
«Муниципаль, төбәк властары һәм федераль күҙәтеү органдарының берлектәге эшмәкәрлеге үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Былтыр августа Учалы районында законһыҙ алтын сығарып, урындағы тәбиғәткә ҙур зыян килтергән «Альт-инвест» йәмғиәтенең эшмәкәрлеге туҡталды. Шулай уҡ ноябрҙә ведомство-ара комиссия Учалы районы Мулдаш ауылы эргәһендәге хәлде лә контролгә алды.
Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың Урал аръяғындағы эшен контролдә тотоуҙы көсәйтеү маҡсатында экологтар штаты арттырылды. Хәҙер Сибай һәм Учалы ҡалаларында өҫтәмә икешәр белгес эшләй. Был өлкәлә тәртип урынлаштырыу буйынса Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тейешле йөкләмә бирҙе.
Илдар Байбулатов




