Кесаҙна һайын ойошторолған сарала был юлы баш ҡаланың тиҫтәнән ашыу ойошма-предприятиеһы эш урындары тәҡдим итте. Талап ителгән һөнәрҙәр араһында бухгалтер, иҡтисадсы, урам йыйыштырыусы, слесарь ҙа бар.
Өфөнөң мәшғүллек үҙәге белгестәре аҙна һайын тематик йәрминкәләр ойошторорға ниәтләй. Билдәләнгән график менән учреждениеның рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Азат Ғәлиуллин







