Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҙҙы. Пандемия шарттары менән бәйле олимпиада быйыл өлкән синыфтар араһында ғына уҙғарылһа ла ҡатнашыусылар һаны артҡан.

Ойоштороусылар фекеренсә, был беренсе турҙың дистанцион форматта ойошторолоуы һәм теләге булған һәр уҡыусынының ҡатнаша алыуы менән бәйле. Олимпиада еңеүселәре башҡорт мәктәптәре, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында билдәләнә. Быйылғы сәмле бәйгенең үҙенсәлектәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Зал тултырып уҙғарылған бүләкләү тантаналарын һағынып иҫләргә генә ҡала. Коронавирус пандемияһы менән бәйле, уҡытыусылар йомғаҡлау сараһын икенсе кабинеттан, онлайн форматта күҙәтә. Тамаша залында олимпиадала еңеү яҡлаған уҡыусылар ғына. Әммә ойоштороусылар әйтеүенсә, был ҡатнашыусылар һаны кәмегән тигәнде аңлатмай, үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр арта ғына.

Олимпиаданы ойоштороу форматы үҙгәреүе, баһалау сифатына ла йоғонто яһаған. Билдәле ғалимдарҙы, уҡытыусыларҙы берләштергән жюри һәр уҡыусының кимәлен ентекләп тикшергән, фәнде теоретик яҡтан үҙләштереү ҙә, тормошта, көндәлек телмәрҙә ҡулланыу һәләте лә иҫәпкә алынған.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, олимпиадала даими еңеү яулаған мәғариф учреждениелары ла бар. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт Республика гимназия-интернаты ошо исемлектә. Быйыл белем усағының 5 уҡыусыһы еңеүселәр сафында. Уҡытыусылар әйтеүенсә, олимпиада шарттары йыл һайын үҙгәреп тора, быйыл һынау этаптары ҡатмарлы ғына булған һәм ентекле әҙерлек талап иткән.

Олимпиада еңеүселәре башҡорт мәктәптәре, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында билдәләнә. улар араһында Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары ла, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа төбәктәрҙән килгәндәр ҙә бар.

Ойоштороусылар фекеренсә, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы ябай ярыш ҡына түгел, ул туған телгә һөйөү, иғтибар тәрбиәләү сараһы ла, рухиәт байрамы ла булып тора. Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың киләсәктә тел йәки әҙәбиәт менән бәйле һөнәр һайламауы ла бар, әммә иң мөһиме: улар тыуған иленең, теленең ысын патриоттары.

Фото №1 - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ