Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан бөгөн республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Тантана барышында төрлө ведомство, йәмәғәт ойошмалары уҙғарған конкурстарға йомғаҡ яһалды. Башҡорт телен, сәләмәт тормошто пропагандалаған, наркомания, террорға, коррупцияға ҡаршылыҡ белдергән, сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән иң яҡшы материалдар билдәләнде.

Еңеүселәр исемлегендә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналистары ла бар. Һайлаған һөнәренә оҙаҡ йылдар тоғролоҡ һаҡлаған хеҙмәттәштәребеҙ шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Башҡортостан Журналистар Союзы уҙған йылды уңышлы тамамланы. Республика бер-бер артлы ҡабул иткән ҙур форумдарҙа төбәк журналистары ныҡлы күтәрелеш кисерҙе. Әүҙем эшләгән һөнәр оҫталары дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Фото №1 - Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан бөгөн республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ