Республикала 3 меңдән ашыу рөхсәтһеҙ ойошторолған сүплек иҫәпләнә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров полигондарҙы рекультивациялауҙа ярҙам һорай. Ул Башҡортостан парламенты депутаттарына мөрәжәғәт итте.
Урал Искәндәров белдереүенсә, 2024 йылға тиклем республикала рекультивацияланырға тейешле сүплектәр 30-ҙан артмаҫҡа тейеш.







