Балалар араһында һимереү осраҡтары һәм ҡалҡан биҙе ауырыуҙары артыу сәбәпле ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте балалар учреждениеларында аш әҙерләгәндә йодлы продукттар ҡулланырға тәҡдим итә. Был эндокрин сирҙәрҙе иҫкәртергә ярҙам итәсәк. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Һимергән балалар күп булған райондар исемлегендә Мәсетле, Ҡыйғы, Мәләүез, Өфө райондары, Сибай һәм Күмертау ҡалалары бар.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тоҙҙы мотлаҡ йодларға тәҡдим итә. Был йод ҡытлығына бәйле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү мөмкинлеген бирә. “Йодланған тоҙҙо бик аҙ кешеләр генә ҡуллана. Әммә быға күнегеү мөһим”, ти медицина фәндәре докторы Зәкиә Тереғолова.
Бихисап илдәрҙә һатыуға йод ҡушылған тоҙ ғына сығарыла.







